

Башҡортостан статистика хеҙмәте иҫәпләүҙәре күрһәтеүенсә, 2021 йылда баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн 24 мең һумға яҡын аҡса кәрәк.
Ҡыҙҙарҙы мәктәпкә кейендереү өсөн 19 200 һум сығым талап ителә, ә малайҙар кейеме арзаныраҡҡа төшә – 14 619 һум. Бынан тыш, ата-әсә канцтауарҙар, рюкзак һәм дәреслек китаптары алырға тейеш. Уларға, статистика белгестәре һығымтаһы буйынса, 4747 һум һалырға кәрәк.
Шулай итеп, теүәл һандар түбәндәгесә: мәктәпкә әҙерләү өсөн ата-әсәләргә ғаилә бюджетынан малайҙарға – 19 366 һум, ҡыҙҙарға 23 947 һум бүлеүҙе күҙ уңында тотоу зарур.
Былтыр был суммалар күпкә түбән булған.
Президент Владимир Путиндың айырым күрһәтмәһе буйынса уҡыусы балаларға 10 мең һум түләнеүе был йәһәттән ғаиләләргә ҙур ярҙам булып тора.