+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Августа 2021, 03:30

Янғынға ҡаршы көрәш дауам итә

Башҡортостанда кисәге көндөң 20.00 сәғәтенә ҡарата 3850 гектарҙан ашыу ерҙә егерме тәбиғәт янғыны аҙағына тиклем һүндерелмәгән ине әле.

Янғынға ҡаршы көрәш дауам итәЯнғынға ҡаршы көрәш дауам итә
Янғынға ҡаршы көрәш дауам итә

Башҡортостанда кисәге көндөң 20.00 сәғәтенә ҡарата 3850 гектарҙан ашыу ерҙә егерме тәбиғәт янғыны аҙағына тиклем һүндерелмәгән ине әле.

Бөрйәндә – 14, Хәйбуллала һәм Йылайырҙа- 2-әр. Ейәнсурала  менән  Белорета 1-әр урында урман яна. Уларҙың 16-һы локалләштерелгән.

Тәбиғәт афәте менән көрәшкә 275 берәмек техника һәм 946 кеше йәлеп ителгән.

Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, дауаханаға эләгеүселәр юҡ.

- Әле янғын үткән биләмәләрҙә, өргән ел кире утты тоҡандырмаһын өсөн, даими күҙәтеү ойошторолған. Бөтә көстәрҙе Урыҫбай ауылына ташланыҡ, өс район сигендә һыҙаттар һөрөп һалдыҡ. Шулай итеп Ейәнсура һәм Йылайыр райондарынан килгән ут фронтын туҡтаттыҡ. Һигеҙ трактор эшләй. Янғынды контролгә алдыҡ, тип әйтә алам, - ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас