

Республикабыҙҙың ҡайһы бер ҡала-райондарында ковидтан вакцина эшләтеүселәр араһында төрлө приздар уйнатыла. Асҡын районында иһә прививка яһатыусыларға бүләккә бесән отоу мөмкинлеге бирелә.
“Сәләмәт ауыл” проекты сиктәрендә районда “Вакцина эшләт тә бесән ал!” дәртләндереү акцияһын башлап ебәргәндәр. Ул турала урындағы хакимиәт хәбәр итә. Был бүләк шәхси хужалығы булған ауыл кешеләре араһында уйнатыла.
Акцияла ҡатнашыу өсөн вакцинаның беренсе компонентын 11 августан 22 авгусҡа тиклем эшләтергә кәрәк.
24 августа район хакимиәтендә, йәрәбә һалып, өс еңеүсене билдәләйәсәктәр. Улар өсәр төргәк бесән аласаҡ.
Фото "Башинформ"дан алынды.