

8 августа Токиола үткән Йәйге Олимпия-2020 уйындары ябылды.
Ярыштарҙа Рәсәй йыйылма командаһы 71 миҙал яуланы, шул иҫәптән: 20 – алтын, 28 – көмөш, 23 бронза. Башҡа илдәр араһында дөйөм миҙалдар һаны буйынса – 3-сө, алтын миҙалдар иҫәбендә 5-е урын алды. Дөйөм иҫәпкә үҙ өлөштәрен Башҡортостандан ике спортсы – фехтование буйынса Әҙелинә Зәғидуллина (алтын) һәм Тимур Сафин (көмөш) индерҙе.
Президент Владимир Путин Олимпия геройҙарын дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйыуы билдәле булды. Документҡа ярашлы, Әҙелинә Зәғидуллина - Дуҫлыҡ Орденына, Тимур Сафин “I дәрәжә Ватан алдында ҡаҙаныштары өсөн” ордены миҙалына лайыҡ булды.
Олег Яровиков фотоһы.