

Хәйбулла районының алыҫ ауылдары кеҫә телефонын тота алмай. Ошо хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа төбәк халҡы белдерҙе. Башҡортостан етәксеһе Өфөгә ҡайтҡас кеҫә телефонының эре операторҙары менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда алыҫ һәм аҙ һанлы ауылдарҙы ла элемтә менән тәьмин итеү хаҡында һүҙ барҙы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров янғындан зыян күргән Хәйбулла районы халҡы менән осрашты. Шунда төбәк эшсәндәре байтаҡ проблемаларҙы ла күтәрҙе. Шуларҙың береһе кеҫә телефонына ҡағылды.
Республиканың һанлы үҫеш буйынса дәүләт идаралығы етәксеһе Геннадий Разумикин әйтеүенсә, әле Башҡортостан халҡының 98 проценты кеҫә телефоны менән файҙалана. Хәйбулла районы буйынса был күрһәткес - 92 процент. Былтыр тағы биш ауылға элемтә килгән. Әлеге ваҡытта 15 ауылда кеҫә телефоны тотолмай. Шуларҙың 7- һе Әбеш һәм Аҡъюл ауыл биләмәһенә ҡарай. Унда ике мең халыҡ йәшәй. Тап ошо төбәктәрҙә бөгөн янғын хәүефе көслө.
Был проблеманы тиҙ арала хәл итеү өсөн белгестәр бәләкәй база станцияларын ҡороуҙы тәҡдим итте. Проект бәләкәй финанс сығымдар талап итә. Киләсәктә ошо ауылдар федераль программаға эләгә һәм унда төбәкте кеҫә телефоны менән тулыһынса һәм сифатлы итеп ябыу мөмкинлеге бар.
Ул 2022 йылда старт ала һәм яҡынса 400 ауылды үҙ эсенә ала.
- Хәйбулла районы- Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһен тоташтырып торған көньяҡ сик. Янғын хәүефе ваҡытында унда йәшәгән халыҡтың именлеге беҙҙең өсөн бик мөһим. Сөнки йыш ҡына быға күрше төбәк тә сәбәпсе була. Беҙ урындағы кешеләрҙе мотлаҡ кеҫә телефоны бәйләнеше менән тәьмин итергә тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров.