

Германияның Юберлинген ҡалаһында “Башҡортостан – Рәсәйҙең бал төбәге” фестивале үтте.
Ул Рәсәй Президенты гранты аҡсаһына ойошторолғайны. Фестивалдә башҡорт халыҡ ижадын, милли спорт төрҙәрен, көнкүреш, милли биҙәнеү әйберҙәрен сағылдырған фото күргәҙмә ҡуйылды, видео-презентациялар күрһәтелде, онлайн форматта халыҡ ижады, башҡорт милли спорт уйындары буйынса мастер-кластар үтте.
“Өфөгә күпер” түңәрәк өҫтәле артында һөйләшеү онлайн һәм офлайн форматтарҙа барҙы. Унда ике яҡтан да 30 кеше ҡатнашты: ғалимдәр, уҡытыусылар, умартасылар һәм Рәсәйҙең, Германияның йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Фекер алышыу умартасылыҡ тармағының бөгөнгө торошо һәм үҫеш юлдары мәсьәләләренә ҡағылды. Башҡортостан Рәсәйҙә ҡортсолоҡ буйынса алға киткән төбәк, 2022 йылда ҡортсоларҙың Халыҡ-ара «Апимондия» конгрессын үткәреү урыны булараҡ презентацияланды.
Сара милли музыка ҡоралдары моңо менән үрелеп барҙы һәм тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Германияла йәшәгән яҡташтарыбыҙ Ирек Баишев, Руслан Ғәниев, Динара Даниэль һәм Польшаны төйәк иткән Азат Ҡужин шулай үҙ халҡының әһаңен сит милләт кешеләренә еткерә алды.