+16 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Августа 2021, 12:55

Ауыр хәлдәгеләр йәнә артҡан

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән ауырыусылар араһында ауыр хәлдәгеләрҙең артыуын хәбәр итә. Дауаханала ятыусы 714 сырхауҙың 60-ы ауыр хәлдә, һигеҙе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған.

Ауыр хәлдәгеләр йәнә артҡанАуыр хәлдәгеләр йәнә артҡан
Ауыр хәлдәгеләр йәнә артҡан

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус менән ауырыусылар араһында ауыр хәлдәгеләрҙең артыуын хәбәр итә. Дауаханала ятыусы 714 сырхауҙың 60-ы ауыр хәлдә, һигеҙе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 777, 997-һе – етмеште ҡыуыусы өләсәйҙәр һәм олатайҙар.

Бөгөнгө көндә ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 51 444-кә еткән. Тәүлек эсендә вирус тағы ла 271 ауырыуҙы аяҡтан йыҡҡан.

Үткән тәүлектә афәтле сирҙән туғыҙ сырхау вафат булған. Унан донъя ҡуйыусылар, шулай итеп, 875 иҫәпләнә. Шуларҙың 703-ө – 60 йәште үткәндәр.

Аҙаҡҡы 24 сәғәттә 333 кеше, инфекциянан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 47 078.

Дауахананан тыш пневмония тураһында һүҙ алып барһаҡ, кисәле–бөгөнлө был сир 132 яҡташыбыҙҙа асыҡланған, 123-ө унан һауыҡҡан.

12 авгусҡа ҡарата ковидтан вакцинаның беренсе компонентын 1 028 849 кеше ҡаҙатҡан, икенсеһен дә яһатыусылар – 811 150.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас