

Аҙаҡҡы тәүлектә ковид инфекцияһы 10 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Пандемия башланғандан алып бер тәүлектә был тиклем үк һанда үлем булғаны юҡ ине әле. Республикала коронавирустан донъя ҡуйыусылар хәҙер 866-ға етте, 694-е – 60 йәште уҙғандар.
11 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 51 163. Тәүлек эсендә 278 ауырыу өҫтәлгән.
Бөгөнгө көндә ковидтан стационарҙа дауаланыусылар – 728, шуларҙың 415-е – етенсе тиҫтәләрен ваҡлаусы өләсәй һәм олатайҙар. 53 сырхау ауыр хәлдә. Һигеҙен яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар.
Поликлиника табибы күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – 2 824, 1 027-һе – 60-тан өлкән.
Бер тәүлектә 426 кеше, был яһил сирҙән ҡотолоп, дауахананан ҡайтҡан. Пандемия башланғандан алып унан һауығыусылар – 46 745.
Үпкә ялҡынһыныуы менән сирләүселәр хаҡында мәғлүмәттәр түбәндәгесә: уҙған тәүлектә пневмония 135 ауырыуҙа асыҡланған, 120 кеше унан сәләмәтләнеүгә өлгәшкән.
Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы йәмғеһе 1 188 098 доза вакцина килгән. Уның беренсе компонентын 1 018 143 кеше ҡаҙатҡан, икенсеһен дә яһатыусылар – 799 225.