+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Августа 2021, 07:21

“Коллектив иммунитетҡа өлгәшһәк, пандемияны еңәсәкбеҙ”

“Вакцинация – пандемияны еңеүҙең иң һөҙөмтәле юлы”, – ти билдәле хирург, профессор, медицина фәндәре докторы Вил Мамил улы Тимербулатов.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Коллектив иммунитетҡа өлгәшһәк, пандемияны еңәсәкбеҙ”“Коллектив иммунитетҡа өлгәшһәк, пандемияны еңәсәкбеҙ”
“Коллектив иммунитетҡа өлгәшһәк, пандемияны еңәсәкбеҙ”

“Вакцинация – йоғошло сирҙәрҙе профилактикалауҙың, эпидемияға кәртә ҡуйыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы. Һәр беребеҙ бәләкәй сағында һәм һуңыраҡ коклюштан, дифтериянан, столбняктан һәм башҡа ҡаты сирҙәрҙән прививка яһатҡан һәм шул ауырыуҙарҙы йоҡтороуҙан ҡурсаланғанбыҙ”, – ти билдәле хирург, профессор, медицина фәндәре докторы Вил Мамил улы Тимербулатов.

Яңы коронавирус инфекцияһы ла – вируслы сир һәм ул башҡа инфекциялар ҡанундары буйынса тарала, уҙа. Шунлыҡтан уға ҡаршы иң уңышлы көрәш алымы – вакцинация.

“Ике генә миҫал килтерәм, – ти профессор. – 18-се быуатта сәсәк сире 350 миллион ғүмерҙе өҙҙө. Һәм вакцинация ярҙамында ул ауырыу тулыһынса юҡҡа сыҡты! 1918 йылда “испанка” эпидемияһы ваҡытында 50 миллион кеше вафат булды, бөгөн шулай уҡ вакцинация һөҙөмтәһендә грипп ғүмерҙәр өсөн ҡурҡыныс тыуҙырмай".

Вил Мамил улы үҙенең вакцина яһатыуын әйтеп үтте. “Миндә, табип булараҡ, ковидтан прививка кәрәклеге тураһында, әлбиттә, бер шик тә булманы һәм уны 2021 йылдың ғинуарында уҡ эшләттем. Ниндәйҙер кире һөҙөмтәләр тойманым, инъекция урыны аҙыраҡ һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ауыртып торҙо. Антиесемдәр титры етерлек кимәлдә, мин операциялар яһауҙы, уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегемде тыныс дауам иттем”, – тип уртаҡлаша ул.

Танылған табип коронавирустан вакцинаның, йәнәһе лә, зыян һалыуы, ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе хаҡында төрлө хәбәр-уйҙырмалар күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Аҡыллы кеше был ялған мәғлүмәттәргә ышанмаҫ һәм башҡа инфекцияларҙан вакцинациялауға элек нисек ҡараһа, хәҙер ҙә шулай ҡарар, тип уйлайым. Әгәр беҙ алдағы айҙарҙа коллектив иммунитет кимәленә өлгәшһәк, пандемияны еңәсәкбеҙ. Бының өсөн халыҡтың 60 процентының (80 процент булһа, тағы ла яҡшыраҡ) вакцина эшләтеүе мөһим. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора”, – тип билдәләне Вил Тимербулатов.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас