+16 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Августа 2021, 03:55

Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районында оператив штаб ултырышы үткәрҙе

Төбәктә урман янғындары мәсьәләһе киҫкен ҡала килә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 2021 йылда Башҡортостанда 6840 гектар майҙанда 310 урман янғыны теркәлгән. Былтырғы осор менән сағыштырғанда был 184-кә күберәк, зыян күргән урмандарҙың дөйөм майҙаны ла 1840 гектарға артҡан.

Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районында оператив штаб ултырышы үткәрҙеБашҡортостан Башлығы Хәйбулла районында оператив штаб ултырышы үткәрҙе
Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районында оператив штаб ултырышы үткәрҙе

Төбәктә урман янғындары мәсьәләһе киҫкен ҡала килә. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, 2021 йылда Башҡортостанда 6840 гектар майҙанда 310 урман янғыны теркәлгән. Былтырғы осор менән сағыштырғанда был 184-кә күберәк, зыян күргән урмандарҙың дөйөм майҙаны ла 1840 гектарға артҡан.

10 авгусҡа ҡарата көслө янғындар Хәйбулла, Йылайыр, Бөрйән, Ейәнсура һәм Әбйәлил райондарында теркәлгән.

Килеп тыуған ошо хәлгә бәйле, кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районында оператив штабтың күсмә ултырышын үткәрҙе, тип хәбәр итә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы. Унда Урал аръяғы райондарында сыҡҡан урман янғынын һүндереү тактикаһы ҡаралыуы тураһында әйтелә.

Тәбиғәт афәтенә ҡаршы көрәшкә сәнәғәт предприятиелары ла ҡушыласаҡ. “Башҡортостан сода компанияһы”, “Газпром нефтехим Салауат” һәм башҡа предприятиелар базаһында ауыр техниканың механизацияланған бригадалары булдырыла. Улар 11 августан урмандар ситен һөрөп, әйләндерелгән тупраҡ һыҙаттары һала башлай.

– Урман янғындарына бәйле хәл күңелгә ауыр йөк булып ята. Иң мөһимы – уттың киң таралып китеүенә, ауылдарға күсеүенә юл ҡуйылманы. Хәл айырым контролгә алынған. Икенсе аҙна тәбиғәт афәте менән көрәшкән ҡыйыу кешеләргә рәхмәтемде белдерәм. Бында һәм урман янғындары теркәлгән башҡа райондарға ла өҫтәмә техника һәм кешеләр йәлеп итәсәкбеҙ. Глобаль климат үҙгәрештәрен иҫәптә тотоп, киләсәккә саралар билдәләргә, урман сәнәғәте хәүефһеҙлегенең төбәк программаһын булдырырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров, тип яҙа мәғлүмәт агентлығы.

Башҡортостан Башлығы Урал аръяғында тотороҡло эшләгән телефон һәм радиобәйләнеш ойошторорға ҡушҡан, урындарҙа филиалдары булған берҙәм республика ирекмәндәр үҙәге булдырыу зарурлығын белдергән. Республика етәксеһе шулай уҡ махсус рәүештә үрт һалыусыларҙан урмандарҙы һаҡлау, бындай енәйәт өсөн язаны ҡатыраҡ биреү маҡсатын тотоп, ҡануниәткә махсус өҫтәмәләр индереү буйынса эш башлау тураһында күрһәтмә биргән.

Олег Яровиков фотоһы. 

Автор:
Читайте нас