

Урман янғындарына ҡаршы көрәштә ҡатын- ҡыҙҙар алдынғы сафтарҙа. Ут һүндереүселәрҙе , ирекмәндәрҙе ҡайнар аш менән тәьмин итеү, ваҡытында туҡландырыу ирекмән ҡатындарҙың иңенә ятҡан. Улар көндә ауылдан аҙыҡ - түлек ташый, ашарға әҙерләй.
Шундай ҡатындарҙың береһе Гөлназ Сурина урман янғындарына ҡаршы көслө рухлы, ярҙамсыл ҡатын- ҡыҙҙарҙың индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, тине. Уның менән Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова әңгәмәләшкән.
- Һәр береһе май икмәктәре, ҡамыр ризыҡтары бешереп алып килә. Ярҙамға көндә килгән ҡатындар бар, былай сменалап киләбеҙ. 4 ҡаҙанда аш бешерәбеҙ. Янғын сыҡҡан урындарға барып, ҡайта алмай ут һүндергән кешеләрҙе лә ашатып китәбеҙ. Арытты инде, арытты. Ләкин бирешмәйбеҙ. Бер- беребеҙҙе алыштырып торабыҙ. Ҡыҙҙар бик уңғандар.