+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Августа 2021, 09:38

Урындағы етештереүселәр йәрминкәһе бара

Башҡортостандың сауҙа- сәнәғәт палатаһы файҙалы проектты тормошҡа ашыра. Өфөлә республика ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙары етештергән экологик таҙа продукциялар йәрминкәһе башланды. Сираттағыһы 12 августа асыла. Унда баш ҡала халҡы  Бүздәк районы етештереүселәрен көтөп ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Урындағы етештереүселәр йәрминкәһе бараУрындағы етештереүселәр йәрминкәһе бара
Урындағы етештереүселәр йәрминкәһе бара

Башҡортостандың сауҙа- сәнәғәт палатаһы файҙалы проектты тормошҡа ашыра. Өфөлә республика ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙары етештергән экологик таҙа продукциялар йәрминкәһе башланды. Сираттағыһы 12 августа асыла. Унда баш ҡала халҡы  Бүздәк районы етештереүселәрен көтөп ҡала.

13 августа иһә Туймазы һәм Ауырғазы, 14 августа- Саҡмағош, 15 августа Ҡырмыҫҡалы һәм Благовещен райондары фермерҙары киләсәк. Йәрминкә сиктәрендә файҙалы осрашыуҙар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, эш эҙләүселәргә шунда уҡ юридик ярҙам да алыу мөмкинлеге бар. Балалар һәм йәштәр майҙансығы эшләйәсәк.

Сауҙа итеү ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең талаптарына ярашлы алып барыла.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас