+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Августа 2021, 07:32

Сикләүҙәр хаҡында мәғлүмәт – интерактив картала

COVID-19 буйынса сикләү сараларын Башҡортостанда хәҙер махсус интерактив карта ярҙамында стопкоронавирус.рф. рәсми порталында ҡарап барырға мөмкин.

Сикләүҙәр хаҡында мәғлүмәт – интерактив карталаСикләүҙәр хаҡында мәғлүмәт – интерактив картала
Сикләүҙәр хаҡында мәғлүмәт – интерактив картала

COVID-19 буйынса сикләү сараларын Башҡортостанда хәҙер махсус интерактив карта ярҙамында стопкоронавирус.рф. рәсми порталында ҡарап барырға мөмкин. Сервисты “Диалог” һәм “Милли өҫтөнлөктәр” йәмғиәттәре эшләгән.

Ресурста COVID-19 менән сирләүселәр, унан һауығыусылар һәм вафат булыусылар һаны, шулай уҡ республикалағы ваҡытлыса сикләүҙәр тураһында мәғлүмәт ҡуйылған. Карта өсөн мәғлүмәттәрҙе Республика менән идара итеү үҙәге белгестәре биреп тора.

“Диалог” йәмғиәте генераль директоры Алексей Гореславский әйтеүенсә, пандемияның беренсе тулҡынында ла шундай карта ғәмәлдә булған, ул ваҡытта ҡарауҙар айына 56 миллионға еткән.

Карталағы мәғлүмәттәр менән танышып, кешеләр үҙҙәренең тормошон, мәҫәлән отпускыларын, икенсе төбәккә, ҡалаға эшлекле осрашыуҙарға барыуын планлаштырырға мөмкин: картала сауҙа үҙәктәренең, ашхана-кафеларҙың, дәүләт хеҙмәттәрен алыуҙың, транспорттың эш ҡағиҙәләре, сикләүҙәр күрһәтелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Башҡортостанда йәмәғәт туҡланыуы урындары, мәҙәниәт һарайҙары, матурлыҡ салондары, фитнес-үҙәктәр, шифаханалар, театрҙар, бассейндар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, ҡала яны транспорты, кинотеатрҙар ғәҙәти режимда эшләй. Музейға, төнгө клубҡа, бина эсендә уҙған спорт ярыштарына барыу өсөн иһә прививка яһатыу тураһында сертификат йәки вакцина эшләтергә ярамау хаҡында белешмә талап ителә.

Тулыраҡ мәғлүмәт: стопкоронавирус.рф порталында https://bit.ly/3rLZl7M

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас