+13 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Августа 2021, 04:35

Ике водитель дә үлгән

Юлдың хәүефле урынында төндә «Лада Приора» менән Mazda төкөшкән.

Ике водитель дә үлгәнИке водитель дә үлгән
Ике водитель дә үлгән

Юлдың хәүефле урынында төндә «Лада Приора» менән Mazda төкөшкән.

Фажиғәле ваҡиға Салауат районында Малаяҙ – Үрге Ҡыйғы – Ункурда юлының 6-сы саҡрымында була. 30 йәшлек ир йөрөткән «Лада Приора» ҡаршы килгән “Mazda”ға бәрелә. Уның рулы артында 31 йәшлек ир була.

Авария һөҙөмтәһендә ике водитель дә урында йән бирә. “Mazda” водителенең 26 йәшлек ҡатыны тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, был урында “Уҙыу тыйылған” знагы ҡуйылған була.

Автор:
Читайте нас