

Балалары спорт секцияларында шөғөлләнгән ата- әсәләр һалым өсөн тотоп ҡалынған аҡсаларын кире ҡайтара аласаҡ. Үҙгәрештәр август башынан үҙ көсөнә инде. Был саралар спорт менән күберәк шөғөлләнеүгә стимул бирер, ти белгестәр.
Үҙгәрештәр Башҡортостанда йәшәүсе ата- әсәләргә ҡағыла. Ул Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының инициативаһы. Был турала “Сириус” белем биреү үҙәге етәксеһе, ОНФ үҙәк штабының рәйестәше Елена Шмелева килгәндә килешелгәйне.
-Ошондай программалар һис һүҙһеҙ үҙ һөҙөмтәһен бирер. Күптәр, шул иҫәптән балалар ҙа спорт менән күберәк шөғөлләнә башлар, физкультура- һауыҡтырыу йүнәлешендәге ойошмалар артыр, - тине республиканың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов был тәҡдимгә үҙ ҡарашын белдереп.
Әлеге ваҡытта республика спорт секцияларында 90 мең бала һәм үҫмер шөғөлләнә. Секцияларҙы төбәктәрҙең тейешле норматив базаларына индереүҙе Бөтә Рәсәй халыҡ фронты күҙәтеүгә аласаҡ. Аҡсаларҙы 2022 йылдың ғинуар башынан ҡайтарып буласаҡ. Уны алыу тәртибе башҡа социаль түләүҙәр кеүек тип хәбәр ителә.