+21 °С
Облачно


Ямғырһыҙ эҫе көндәр тәбиғәтте ҡорота. Йылға-күлдәр быйыл ныҡ тартылды шуға.
Кисә Ағиҙел йылғаһында кире рекорд теркәлгән. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса Башҡортостан идаралығы хәбәр итеүенсә, 9 августа Өфө тапҡырында Ағиҙел йылғаһы минус 158 сантиметр билдәһенә еткән. Йәғни, ғәҙәти йылдағынан метр ярымдан ашыуға һайыҡҡан. Һуңғы тәүлектә 4 сантиметрға тартылған.
2012 йылдың рекорды 156 сантиметр булған.