+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Августа 2021, 05:55

Урман янғындарына ҡаршы бөтә көс туплана

Йәйҙең эҫелеге, ямғырһыҙ көндәр урман янғындарына килтерҙе. Айырыуса ул ҡоролоҡтан ыҙа сиккән Урал арьяғы төбәктәрендә күп. Уҙған ял көндәрендәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда , Хәйбулла районында өс, Бөрйәндә – 14, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында икешәр урында ут сыҡҡан. Шулай уҡ янғын осраҡтары Ишембай, Учалы, Баймаҡ, Күгәрсен райондарында ла теркәлгән. Әле урында бөтә көс урман янғындарын һүндереүгә йүнәлтелгән.

Урман янғындарына ҡаршы бөтә көс тупланаУрман янғындарына ҡаршы бөтә көс туплана
Урман янғындарына ҡаршы бөтә көс туплана

Йәйҙең эҫелеге, ямғырһыҙ көндәр урман янғындарына килтерҙе. Айырыуса ул ҡоролоҡтан ыҙа сиккән Урал арьяғы төбәктәрендә күп. Уҙған ял көндәрендәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда , Хәйбулла районында өс, Бөрйәндә – 14, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында икешәр урында ут сыҡҡан. Шулай уҡ янғын осраҡтары Ишембай, Учалы, Баймаҡ, Күгәрсен райондарында ла теркәлгән. Әле урында бөтә көс урман янғындарын һүндереүгә йүнәлтелгән.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов билдәләүенсә, төбәктә янғындарға ҡаршы көрәшеү өсөн урындағы көс һәм техника етерлек. Был көндәрҙә районға ситтән бик күп ирекмәндәр ярҙамға килде.

-  Шайтантауҙағы янғын төбәк халҡының  көсө һәм   ирекмәндәр ярҙамы менән  һүндерелде. Урында янғын һүндереүселәргә туҡланыу ойошторолған.  Ниндәйҙер финанс ярҙам йыйыуға мохтажлығыбыҙ юҡ.  Урында бөтә нимә бар,  урман хужалығы, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары белгестәренән торған штаб ойошторолған. Әгәр ҙә интернет селтәрҙәрендә аҡса йыйыу хаҡында хәбәр сыҡһа, ул беҙҙең инициатива түгел, -  тигән хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.

Әгәр ҙә урман янғыны сыҡҡан урындарҙы күрһәгеҙ-  8-800-100-94-00 берҙәм телефоны аша шылтыратырға мөмкин.

Башҡортостан урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәте-8-347-218-14-14.

янғын хеҙмәте-01

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас