

9 август мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда миллиондан ашыу, теүәлерәк итеп әйтһәк, 1 002 869 кеше ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын яһатҡан, икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 782 354. Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә шул турала билдәләп үтелде.
Вакцинация темпы буйынса Башҡортостан был аҙнала Рәсәй төбәктәре араһында 26-сы урындан 13-сө урынға күтәрелгән.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 9 авгусҡа ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 50 612 булыуын әйтеп китте. Тәүлек эсендә яңы 275 осраҡ раҫланған. Инфекциянан йәмғеһе 46 223 кеше һауыҡҡан, 41-е – аҙаҡҡы тәүлектә.
Бөгөнгө көндә ковидтан амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 888. Стационарҙарҙа 654 ауырыу ята, 49-ының хәле ауыр, етәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Үткән тәүлектә шәфҡәтһеҙ сир ҡорбандары һигеҙгә артҡан, пандемия башынан алып унан вафат булыусылар 847-гә еткән.
Стационарҙарҙа йоғошло сирҙәрҙән дауаланыусы сырхауҙар өсөн 4 205 койка бүленгән. Әлеге мәлдә шуларҙың 12 проценты буш.
Шишәмбе көнгә, 10 авгусҡа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив штабтың ултырышын билдәләне. Коронавирусҡа бәйле хәл тураһындағы мәсьәләләр унда ентекләберәк тикшереләсәк.
Фото "Башинформ"дан алынды.