+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Августа 2021, 10:26

Күрәләтә ут төртөүселәр ҙә бар

Хәйбулла һәм Бөрйән райондарында сыҡҡан янғындарҙа   үҫентеләргә күрәләтә  ут төртөү осраҡтары асыҡланған. Әле бер осраҡ буйынса  ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Ул биш урында ағас үҫентеләренә ут төрткән. Уға ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатыу хәл ителә.

Күрәләтә ут төртөүселәр ҙә барКүрәләтә ут төртөүселәр ҙә бар
Күрәләтә ут төртөүселәр ҙә бар

Хәйбулла һәм Бөрйән райондарында сыҡҡан янғындарҙа   үҫентеләргә күрәләтә  ут төртөү осраҡтары асыҡланған. Әле бер осраҡ буйынса  ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Ул биш урында ағас үҫентеләренә ут төрткән. Уға ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатыу хәл ителә.

Бөгөнгә республикала урман янғындары буйынса хәл тотороҡлана бара. Һуңғы тәүлектәрҙә  эре янғындарҙан  5 урында ут һүндерелгән. Барлығы  1481 кеше, 187 берәмек техника йәлеп ителгән.

 Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса административ практика һәм дознание бүлеге начальнигы урынбаҫары Петр Ильин билдәләүенсә, янғындарҙың 38 процентында кеше факторы тора, унан ҡоро йәшен, ә 5 процентында билдәһеҙҙәрҙең күрәләтә ағасҡа ут төртөүе асыҡланған.

- Ағас үҫентеләренә күрәләтә ут төртөү осрағы янғындарҙың 5 процентын тәшкил итә. Әлеге мәлдә бер кеше ҡулға алынды. Ул ут төртөп, янғын сығарыуҙа ғәйепләнә. Ҡулға алыусының ҡылығына баһа биреләсәк, уға  ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас