+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Августа 2021, 06:00

Ике машина төкөшкән

Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә ике водитель дә дауаханаға эләккән, ә пассажир ҡатын ваҡиға урынында йән биргән.

Ике машина төкөшкәнИке машина төкөшкән
Ике машина төкөшкән

Юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә ике водитель дә дауаханаға эләккән, ә пассажир ҡатын ваҡиға урынында йән биргән.

Кисә кискеһен Өфө – Ырымбур юлының 143-сө саҡрымында Fiat Bravo һәм Renault Kangoo машиналары төкөшә. Тәүге машинаның руле артында 41 йәшлек Мәләүез районы кешеһе ултырһа, икенсеһен 58 йәшлек Пермь крайында йәшәүсе ир йөрөтөп барған була.

“Renault”тың пассажиры, водителдең 61 йәшлек ҡатыны, тән йәрәхәттәренән вафат була.

ДТП урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү алып бара.

Автор:
Читайте нас