

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 52,7 гектар майҙанда тағы 10 урман янғыны теркәлгән.
Маҡар һәм Учалы урман участкаларында янғын һүндерелгән, Бөрйән һәм Әбйәлил райондарында баҫылған.
Хәйбәлла районындағы 1549 гектарҙы биләгән ут өлөшләтә баҫтырылған. Шулай уҡ урман Йылайыр, Бөрйән һәм Ейәнсура урман участкаларында яна.
9 августа республикала 3-4 класс янғын хәүефлеге прогнозлана.
Тәбиғәттә ут сығыуын күрһәгеҙ, 8 (800) 100-94-00 номере буйынса урман һағы хеҙмәтенә, йә иһә Ураман хужалығы министрлығы Төбәк диспетчер хеҙмәтенең 8 (347) 218-14-14 номерына шылтыратығыҙ.