

Кисә, 8 августа, Токиола Йәйге Олимпия уйындары ябылды.
Рәсәй йыйылма командаһы дөйөм миҙалдар һаны буйынса – 3-сө (71 миҙал), алтын миҙалдар иҫәбендә – 5-е (20 миҙал) урын алды.
Кисә 13 миҙал комплекты уйнатылды. Рәсәй спортсылары 2 көмөш миҙалға лайыҡ булды. Көн геройҙары – Анастасия Близнюк, Анастасия Максимова, Анастастия Татарева, Алиса Тищенко, Ангелина Шкатова (художестволы гимнастикала төркөм менән күп төрлө ярышта) һәм гандболда ил командаһы спортсылары.
Миҙалдар һаны буйынса 2021 йылдағы Йәйге Олимпия уйындарында (рәсми Олимпия уйындары - 2020) АҠШ командаһы иң һөҙөмтәлеһе булды: 113, шул иҫәптән 39 алтын миҙал яуланы. Артабан миҙалдар зачеты таблицаһы түбәндәгесә килә: Ҡытай (88 миҙал, 38-е алтын), Япония (58 миҙал, 27-һе алтын) һәм Великобритания (65 миҙал, 22-һе алтын).