

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге мәлдә ковид инфекцияһы менән ауырыусы 46 яҡташыбыҙҙың хәле ауыр, дүртәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын алырға мәжбүр.
Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус йоҡтороуҙың йәмғеһе 49 804 осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә 260 сырхау өҫтәлгән.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа яһил сиргә ҡаршы көрәшеүселәр – 666. Шуларҙың 407-һе – алтмыш йәштән олораҡ.
Участка терапевы күҙәтеүе аҫтында өйҙәрендә дауаланыусылар – 2 536, 1 085-е – алтмышты үткән өләсәй һәм олатайҙар.
Мәкерле инфекцияны еңеүселәрҙең дөйөм һаны – 45 780. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә дауахананан 259 кеше сыҡҡан.
Афәтле вирустан вафат булыусылар исемлеге көн һайын артып тора. Кисәле-бөгөнлө йәнә һигеҙ үлем осрағы теркәлгән. Шулай итеп, ҡорбандар һаны 822-гә еткән. Донъя ҡуйыусыларҙың 656-һы – алтмышты уҙғандар.
Дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр ҙә күп. Һуңғы тәүлектә үпкә ялҡынһыныуы 122 сырхауҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 119.
Республикала әле ковидҡа ҡаршы прививканың беренсе компонентын яһатыусылар – 982 862, икенсеһен дә эшләтеп, вакцинацияны тулыһынса үтеүселәр – 753 253.