+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Августа 2021, 10:59

Рифҡәт Исрафиловҡа- 80

РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Максим Горький исемендәге Ырымбур дәүләт драма театрының художество етәксеһе, яҡташыбыҙ Рифҡәт Исрафиловҡа 80 йәш.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рифҡәт Исрафиловҡа- 80Рифҡәт Исрафиловҡа- 80
Рифҡәт Исрафиловҡа- 80

РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Максим Горький исемендәге Ырымбур дәүләт драма театрының художество етәксеһе, яҡташыбыҙ Рифҡәт Исрафиловҡа 80 йәш.

Рифҡәт Исрафиловтың хеҙмәт биографияһы Башҡорт Академия драма театрынан башланған. Ул башта актер, һуңынан баш режиссер һәм художество етәксе булып эшләй.

Режиссер башланғысында бик күп спектаклдәр сәхнәгә сыға. Улар араһында танылған “Ғәлиәбаныу”, “Ташлама, утты Прометей”,  “Бибинур ах, Бибинур” "13-сө председатель”  һәм башҡа сәхнә эштәре әле лә тамашасылар тарафынан юғары баһалана.

Рифҡәт Исрафиловтың режиссер эше бик күп республикалар тарафынан да танылған.Ул Рәсәйҙең, Башҡорт АССР-ның, Татарстандың, Төньяҡ Осетияның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың халыҡ артисы һәм башҡа юғары исемдәр менән билдәләнгән театр әһеле.

Яҡташыбыҙға оҙон ғүмерле, ижади тормош, сәләмәтлек теләйбеҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас