+18 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
6 Августа 2021, 04:00

Президент килә

Бөгөн, 6 августа, Президент Владимир Путин эш сәфәре менән Силәбе өлкәһенә һәм Башҡортостанға килә.

Президент киләПрезидент килә
Президент килә

Бөгөн, 6 августа, Президент Владимир Путин эш сәфәре менән Силәбе өлкәһенә һәм Башҡортостанға килә.

Был турала, Кремль сайтына һылтанып, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Ил етәксеһе, янғындан зыян күргән Силәбе өлкәһендәге ауылдарҙы ҡарағандан һуң, тәбиғи афәттәр эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрә һәм губернатор Алексей Текслер менән осраша, тип әйтелә хәбәрҙә.

Бөгөн Владимир Путин Башҡортостандың Әбйәлил районына ла килә һәм «Ласселсбергер» компаниялар төркөмөнөң «Цемикс» ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары етештереү заводын ебәреү тантанаһында ҡатнаша.

Яңы производство аҡ цемент импортын ҡыҫҡартырға һәм төбәктең сәнәғәт үҫешенә булышлыҡ итәсәк.

Президент шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу үткәрәсәк.

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас