+18 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
6 Августа 2021, 04:20

Бишенсе урынға кире күтәрелдек

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының ун өсөнсө көнөнә (5 августҡа ҡарата) Рәсәй 58 миҙал менән – шуларҙың 16-һы алтын – йыйылма  командалар араһында кире 5-се урынға күтәрелде.

Бишенсе урынға кире күтәрелдекБишенсе урынға кире күтәрелдек
Бишенсе урынға кире күтәрелдек

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының ун өсөнсө көнөнә (5 августҡа ҡарата) Рәсәй 58 миҙал менән – шуларҙың 16-һы алтын – йыйылма  командалар араһында кире 5-се урынға күтәрелде.

Кисә 27 миҙал комплекты уйнатылды. Рәсәй спортсылары 5  миҙал яуланы – 2 алтын, 1 көмөш һәм 2 бронза.

Алтын миҙалды боксер Альберт Батырғәзиев (57 килограммға тиклемге ауырлыҡта) һәм ирекле көрәштә Заур Угуев (57 кг) алып килде.

Көмөштө ҡолға менән һикереүҙә Анжелика Сидорова яуланы.

Бронза миҙалға ирекле көрәштә Артур Найфонов (86 кг) һәм боксер Глеб Бакши (75 кг) лайыҡ булды.

Миҙалдар һаны буйынса алда Ҡытай бара – йәмғеһе 74 миҙал, шуларҙың 34-һе – алтын. Артабан АҠШ (91 миҙал, 29-ы алтын), Япония (46 миҙал, 22-һе алтын) һәм Австралия (41 миҙал, 17-һе алтын) командалары килә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас