+13 °С
Облачно


Алда торған ялдарҙа, 7 һәм 8 августа, Өфөлә бал һәм бал ризыҡтарын һатыу буйынса йәрминкәләр үтә.
Башҡа ауыл хужалығы продукцияһы менән бер рәттән Ухтомкий урамы, 19-сы йорт (Дим биҫтәһе), Рабкорҙар урамы, 20-се йорт (Киров районы) һәм Р.Зорге урамы, 41-се йорт (Октябрь районы, Спорт һарайы алдындағы майҙан) адрестары буйынса бал һәм бал ризыҡтары һатып алып буласаҡ.
Ә махсус бал йәрминкәһе 8 августа Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтә. Ул Умартасылар көнө һөнәри байрамға бағышлана.
Йәрминкәләр ике көндә лә 10.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем эшләй.