

Бөгөнгө заман йәштәргә киң мөмкинлектәр аса. Әммә үҙ урыныңды табыу өсөн һәр өлкәлә белем кәрәк. Йылайыр районында “Аҫылташ” йәштәрҙең мәғариф форумы дауам итә. Был юлы ул бәләкәй составта уҙғарыла. Форумдың төп маҡсаты элеккесә ҡала, грант проекттарын төҙөү, уларҙы яҡлау, финанс белем, актер оҫталығы буйынса лекциялар курсын тыңлау.
“Аҫылташ” башҡорт йәштәренә шәхси үҫеш, өҫтәмә белем алыу өсөн бер майҙансыҡ булырға тейеш. Бер –нисә йыл рәттән уҙғарылған сара ошондайыраҡ маҡсат тота. Уңышлы булырға теләгән йәштәр өсөн ул моғайын да тәү этапта үҙ юлын табырға ярҙам иткәндер.
Йылайыр районының хозур тәбиғәтле Бәләкәй Юлдыбай ауылы янында ойошторолған сарала йәштәр 4 көн дауамында төрлө секцияларҙа шөғөлләнәсәк. Мәҫәлән, хакатонда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге идеялар буйынса фекер алышыу мөмкинлеге буласаҡ. Был йәһәттән IT-технологиялар өлкәһендә эшләгән белгестәрҙән кәңәш алыу, аралашыу үҙ һөҙөмтәһен бирер тип ышанғы килә.
Сығыш яһаусы спикерҙар араһында Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Яна Гайдук, граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Люция Юлыева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, башҡорт телендә IT-проекттар төҙөүселәр Айгиз Ҡунафин менән Илдар Кинйәбулатовтар бар.
Форум сиктәрендә тәүге тапҡыр “Асыҡ лекторий” уҙғарыла. Унда йәштәр үҙҙәре лә спикерҙар сифатында сығыш яһай һәм белемдәре менән уртаҡлаша.
Һәр ваҡыттағыса башҡорт телендә дебаттар турниры һәм конвейер проекттар үтәсәк. Уның еңеүселәре грант һәм “Аҫылташ” партнерҙары һәм бренд эксперттарынан остаз ярҙамы аласаҡ.