

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренең 90 проценты тиерлек коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Нигеҙҙә улар "ГамКовидВак" ("Спутник V") вакцинаһын файҙаланған. Был турала республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Ул республикабыҙҙың тәүге партия вакцинаны 2020 йылдың сентябрендә алыуын, медицина хеҙмәткәрҙәренең прививка яһатыу буйынса өҫтөнлөклө төркөмгә ҡарауын билдәләп үтте.
“Медицина хеҙмәткәрҙәре пандемияға ҡаршы көрәштә иң һөҙөмтәле сара вакцинация һәм коллектив иммунитет булдырыу икәнлеген яҡшы аңлай. Аҡ халатлылар араһында прививка яһатыусыларҙың юғары проценты табиптарҙың вакцинаға ышанысы хаҡында һөйләй”, – ти Максим Забелин.
Фото "Башинформ"дан алынды.