+18 °С
Дождь


Өфөлә “Яркий” биҫтәһендә бөгөндән, 5 августан, ковидҡа ҡаршы вакцина яһатыу пункты асылды.
Ул Столяров урамы буйлап ингән ерҙә, автобус туҡталышы ҡаршыһында, йорттар төҙөлөшөн алып барыусы ойошманың һатыу офисы эргәһендә урынлашҡан, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.
Яңы пункт 16 сәғәттән 20 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Унда урындағы халыҡ ҡына түгел, бөтә теләүселәр прививка яһата ала. Бының өсөн үҙең менән паспорт, медицина полисы, СНИЛС булыу мөһим.
Фото "Башинформ"дан алынды.