+15 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
5 Августа 2021, 07:11

Тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян

4 августа Саҡмағош районындағы көслө дауыл төбәктең социаль объекттарына, сауҙа селтәрҙәренә һәм торлаҡ йорттарға зыян килтергән. Ел мәктәп бинаһының, йорттарҙың ҡыйығын осороп алып киткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.

Тәбиғәт ғәрәсәтенән зыянТәбиғәт ғәрәсәтенән зыян
Тәбиғәт ғәрәсәтенән зыян

4 августа Саҡмағош районындағы көслө дауыл төбәктең социаль объекттарына, сауҙа селтәрҙәренә һәм торлаҡ йорттарға зыян килтергән. Ел мәктәп бинаһының, йорттарҙың ҡыйығын осороп алып киткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.

Быйылғы тәбиғәт ғәрәсәте социаль, көнкүреш объекттарын ғына түгел, урамда, осраҡлы йөрөгән кешеләрҙе лә ҡазаландырҙы. Күптән түгел, Бишбүләк районындағы көслө ел сауҙа үҙәгенең ҡыйығын алып ташланы. Уның аҫтына эләккән 14 йәшлек ҡыҙ бала  ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.

Саҡмағош районында, йәрәхәтләнгән кешеләр хаҡында хәбәр ителмәй. Әммә ул райондың инфроструктураһына шаҡтай зыян яһаны. Төбәктә ғәҙәттән тыш хәл комиссияһы, авария бригадалары төҙөлгән. Район хакимиәте башлығы хәбәр итеүенсә, тәү сиратта электр утын тергеҙеү һәм юлдарҙы таҙалау бурысы тора.

Шул уҡ ваҡытта бындай осраҡтар төҙөлөш эштәренең сифатын да күрһәтә.  Ремонттан һуң яңы ябылған объекттар ни өсөндер ел- дауылға сыҙамай.

Көслө дауылдың шауҡымы Өфө һәм Дүртөйлө райондарына ла тейеп үткән.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас