

Сөнки мәмерйә үҙенә үтә һаҡсыл мөнәсәбәт талап итә.
Республиканың был тәбиғәт ҡомартҡыһы Архангел районының Солонцы ауылы эргәһендә урынлашҡан. Унда мәңгелек туңлыҡ һаҡлана. Эсендә бейеклеге 8 - 11 метрға, төбөнән йыуанлығы 5 метрға еткән боҙ сталагмиттар бар.
Быға тиклем туристарҙың мәмерйәгә контролһеҙ күпләп инеүе сәбәпле, уның микроклиматы боҙола һәм эсендәге боҙ иреп бөтә яҙа. Шуға хәҙер унда үҙ аллы инеү тыйылған.
- Ҡар батшабикәһе донъяһын күргегеҙ килһә, ҡаты талаптарҙы тоторға әҙер булығыҙ. Экскурсия төркөмөндә кеше 10-дан да күп булырға тейеш түгел. Был мәмерйәләге боҙа кәрәкле температураны тотоу өсөн кәрәк. Урынды алдан бронлау талап ителә. Юлдың бер өлөшөн йәйәүләп үтергә тура киләсәк. Хәйер, ул 6 йәшлек баланың да хәленән килә. Ысын күңелдән тәҡдим итәм, - ти БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вице-спикеры Эльвира Айытҡолова.
Мәмерйәне мөмкинлектәре сикле кешеләр ҙә ҡарай алһын өсөн әҙерләү проектын ғәмәлләштереү барышы менән танышты парламентарий. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе тәҡдим иткән “Асҡын боҙ мәмерйәһе: бөтәһе өсөн дә асыҡ” проекты Президент гранттары фонды конкурсында еңгәйне. Оҙаҡламай Асҡын боҙ мәмерйәһенә психоневрологик учреждениеларҙа йәшәгәндәр һәм интернат-йорттар клиенттары ла инә аласаҡ. Тәбиғәт ҡомартҡыһы янында яңыраҡ ҡунаҡ бүлмәһе булған һаҡ йорто төҙөлгән, тау йылғалары аша өс күпер һалынған, ҡыйыҡлы туҡталҡалар, беседкалар, бәҙрәфтәр, мәмерйә ауыҙына тиклем баҫҡыстар һалынған, эстә ут үткәрелгән.
- Түризмдың был йүнәлеше – уникаль. «Уңайлы мөхит» ойошторғанда, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр ҙә йыл әйләнәһенә Асҡын боҙ мәмерйәһенә килә аласаҡ. Ул республикала тәүге социаль йәһәттән ҡулайлаштырылған тәбиғәт объекты буласаҡ, - тигән фекерҙә Эльвира Айытҡолова.
Белешмә.
Боҙло Асҡын мәмерйәһе федераль кимәлдә һаҡланыусы тәбиғәт һәйкәле. Структураһы буйынса ул - 104 метрға һуҙылған ҙур зал. Мәмерйәнең киңлеге — 61 метр, ә урыны менән бейеклеге 24 метрға етә. Боҙло залда сталагмиттар үҫә, инеү урыны мәңгелек боҙлоҡ менән ҡапланған. Бында гел 0 градус температура һаҡлана.