+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Августа 2021, 04:45

Бер алтын

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының ун икенсе көнөнә Рәсәй 53 миҙал менән – шуларҙың 14-е алтын – йыйылма  командалар араһында 6-сы позицияға төштө.

Бер алтынБер алтын
Бер алтын

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының ун икенсе көнөнә Рәсәй 53 миҙал менән – шуларҙың 14-е алтын – йыйылма  командалар араһында 6-сы позицияға төштө.

4 августа Рәсәй спортсылары тик бер алтын миҙал яулай алды.

Көн геройҙары – синхрон йөҙөүҙә Светлана Ромашина һәм Светлана Колесниченко.  

Шулай итеп, Рәсәй спортсылары ярыштырҙың ун икенсе көнө йомғаҡтары буйынса 14 – алтын, 21 – көмөш һәм 18 бронза миҙалына эйә.

Алда Ҡытай бара – йәмғеһе 70 миҙал, шуларҙың 32-һе – алтын. Артабан АҠШ (79 миҙал, 25-е алтын), Япония (40 миҙал, 21-е алтын), Великобритания (48 миҙал, 15-е алтын) һәм Австралия (36 миҙал, 15-е алтын) командалары килә. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас