

Рәсәй хеҙмәт министрлығы ҡатын- ҡыҙҙар өсөн элек сикләнгән һөнәрҙәр исемлеген ҡайтанан ҡараны. Ошо туралағы мәғлүмәт ведомствоның сайтында барлыҡҡа килгән. Үҙгәрештәр киләһе йылдың март айында үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, ҡатын- ҡыҙҙар авиация механигы, самолетты техник хеҙмәтләндереүсе инженер һәм башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштерә аласаҡ.
Үҙгәрештәр 2022 йылдың март башында ғәмәлгә инә. Ошо ваҡыттан алып ҡатын- ҡыҙҙар авиация механигы, самолет һәм вертолетты техник хеҙмәтләндереүсе инженер һәм тармаҡтың башҡа һөнәрҙәренә дәғүә итә ала. Шулай уҡ ҡатын- ҡыҙҙар технологик, нефть промыслаһы ҡорамалдарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү, ҡаҙанлыҡтарҙа һәм башҡа ошондай ҡул көсө ҡул талап иткән хеҙмәттәрҙә эшләй ала.
Әммә ҡайһы бер һөнәрҙәр гүзәл зат өсөн барыбер ҙә сикләнгәндәр исемлегендә ҡала. Ләкин эшкә урынлашыу механизмы еңеләйтелгән. Бының өсөн эш урынын хәүефһеҙлеккә баһалау ҙа етәсәк.
- Беҙ ҡатын- ҡыҙҙар өсөн хеҙмәт даирәһен киңәйтеүҙә эш биреүселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең, тармаҡ белгестәренең тәҡдимдәрен иҫәпкә алдыҡ. Исемлекте актуалләштереү өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Үҙгәрештәр индереү хаҡында фекер алышырға әҙербеҙ, - тигән Рәсәй хеҙмәт министрлығы етәксеһе урынбаҫары Алексей Вовченко.