“Көнсығыш сығыу юлы” баш ҡалабыҙ Өфөнөң траспорт инфраструктураһын яҡшыртыуға йүнәлтелгән һуңғы осорҙағы иң ҙур проекттарҙың береһе.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, август башына ҡарата проектҡа ингән иң ҙур объект – Ҡариҙел аша күпер – 20 процентҡа әҙер. Әлеге мәлдә уның таяуҙары һәм эстакада нигеҙҙәре нығытылаған, быраулап һәм ҡатып ҡуйыла торған свайҙар нигеҙе һалынған һәм бетон ригелдәрҙең бер өлөшө ҡойолған.
Бөгөнгө көндә күперҙең өсөнсө таяуының быраулап ҡағылған свайҙарын урынлаштырыу эшен башларға юл асҡан шпунтлы ҡойма яһау йылдам бара.
Йылға эсендә урынлашған өсөнсө һәм яр буйына ҡуйылған дүртенсе таяуҙар арауыҡтары суднолар йөрөгән фарватор аша һалына. Уның оҙонлоғо – 126 метр. Күперҙе төҙөп бөтөү өсөн йәмғеһе алты таяу ултыртырға, 6 мең тонна металл конструкциялар ҡорорға кәрәк.
Күперҙә һәр йүнәлештә 3,75 метрлы икешәр һыҙат буласаҡ.
Объектта монтаж эштәрен 2022 йылда тамамлау ҡаралған.
Станислав Шахов фотоһы.