

Финанс пирамидалар ҡапҡанына кеше һаман эләгә.
Мавродиның МММ-һы яңы замандың фәһемле бер сағылышы булғайны. Халыҡ финанс пирамидаһының нисек эшләүен һәм ни өсөн унан йыраҡ торорға кәрәклеген аңлаған кеүек ине. Тик нәфсене тыйыу мөмкин түгел, ахыры. Үткән бер нисә йыл эсендә республикала «ДревПром» (7987 кеше 565 млн һум аҡсаһын юғалтҡан), «АлмазИнвест» (52 кеше 37 миллионлыҡ зыян күргән), «Алтын Капитал» (450 кеше 88 млн һумдан ҡолаҡ ҡаҡҡан) финанс пирамидалары кеше аҡсаһын үҙләштерҙе һәм юҡҡа сыҡты.
Әле «Финико» тип аталған пирамидаға аҡсаларын тапшырғандар оло үкенес кисерә, юғалтыуҙарын һанай. Был ойошма етәкселәренең береһе – Кирилл Доронин – Ҡаҙанда ҡулға алынған.
Интернет аша эшләгән пирамидаға ялыуҙар хоҡуҡ органдарына июлдә килә башлай. Сөнки аҡсаһын кире ҡайтарырға теләгән клиенттар проблемаға юлыға.
Рәсәй Үҙәк Банкы «Финико»ның ышанысһыҙ ойошма булыуын былтыр декабрҙә үк асыҡлай һәм киң мәғлүмәт саралары аша был турала халыҡты иҫкәртә. Тик быға ҡолаҡ һалыусылар булмай. Әлеге лә баяғы нәфсе аҡылдан өҫтөнөрәк булып сыға.