+14 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
3 Августа 2021, 04:50

Сабыйҙар араһында үлем осрағы кәмегән

Вице-премьер – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, Башҡортостанда сабыйҙар үлеме 3,3 процентҡа кәмене, тип белдерҙе.

Сабыйҙар араһында үлем осрағы кәмегәнСабыйҙар араһында үлем осрағы кәмегән
Сабыйҙар араһында үлем осрағы кәмегән

Вице-премьер – республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, Башҡортостанда сабыйҙар үлеме 3,3 процентҡа кәмене, тип белдерҙе.

2021 йылдың тәүге яртыһында яңы тыуған балаларҙың үлем күрһәткесе иҫән тыуған 1000 балаға 5,8 кимәлендә теркәлгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 3,3 процентҡа түбәнерәк. Һүҙ барған осорҙа бер йәшкә тиклемге 119 бала үлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, был – өс осраҡҡа кәмерәк. Министрҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, план күрһәткестәренә етеү өсөн (мең сабыйға биш үлем осрағы) бик күп эшләйһе бар әле. Был йәһәттән Ҡалтасы (1000 балаға 45,5 үлем осрағы), Ҡариҙел (45,4), Дыуан (31,3), Мәсетле (22), Баҡалы (19,8) райондарында хәлдәр иң насары. 22 муниципалитетта ярты йыллыҡ һөҙөмтәләр буйынса нулле күрһәткестәр һаҡлана.

Бәләкәй балаларҙың үлеменә башлыса сабыйҙың етлекләй тыуыуы, ауырлы ҡатындарҙың медицина ярҙамы һорап һуң мөрәжәғәт итеүе, йәштәр араһында хроник сирҙәрҙең артыуы килтерә, тигән фекерҙә етәксе.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас