

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға бәйле һорауҙар хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә ҡаралды. Башҡортостан халҡы иҫәпте тәүге тапҡыр дәүләт хеҙмәтләндереүе порталы аша үҙаллы үтә ала.
Кәңәшмәлә дәүләт статистика федераль хеҙмәтенең биләмә органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев билдәләүенсә, 2021 йылда ведомство урта һәм бәләкәй бизнес буйынса иҡтисади иҫәп үткәрҙе.
Әле август башынан ауыл хужалығының бәләкәй иҫәбен алыу сиктәрендә, шәхси ҡураларҙа мал һанын асыҡлау башланды. Унда махсус уҡыу үткән 1800 белгес ҡатнаша. Был иҫәп агросәнәғәт комплексының үҫеш кимәлен аныҡ билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы 2021 йылдың 15 октябренән 14 ноябргә тиклем ҡаралған. Уның бурысы Башҡортостанда даими йәшәгән кешеләрҙең иҫәбен аныҡлау.Мөһим сараға 9 мең белгес йәлеп ителә. Билдәләп китеүебеҙсә, Рәсәйҙә тәүге тапҡыр иҫәпте дәүләт хеҙмәтләндереүе порталы аша ла үтергә мөмкин.
- Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға персонал һайлау эше сентябрь башына тамамланасаҡ. Ауыл ерендә эшләгән белгестәр ике бурысты үтәй. Улар халыҡ һәм ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа ла ҡатнашасаҡ,- тине Әкрәм Ғәниев.