

Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыуға 339 миллион һум аҡса тотонола. Бер ай дауамында барасаҡ сараға 9 мең белгес йәлеп ителгән. Шулай уҡ резерв персонал да ҡаралған.
Мәғлүм булыуынса, пандемияға бәйле халыҡ иҫәбен алыу сараһының да ваҡыты ошоғаса күсерелеп килде. Ниһайәт уны 15 октябрҙә башлау ҡарар ителде. Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышында талап ителгән персоналдың һаны ҡыҫҡартылған һәм процедураның структураһы үҙгәртелгән. Хәҙер стационар иҫәп алыу булмай.
Бер ыңғайы ауыл хужалығының бәләкәй иҫәбен алыу бара. Унда 86 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Ул августа башланды.
Ике иҫәп алыу ҙа һанлы форматта барасаҡ. Белгестәр ручка урынына планшет файҙаланасаҡ. Һанлы формат булһа ла, белгестәрҙең йорттарға килеүе лә мөмкин.