+18 °С
Дождь


Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәте иҫкәртә: бөгөн һәм иртәгә республика биләмәһендә аномаль эҫе көндәр көтөлә.
Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, 3 һәм 4 августа һауа температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелә. Урмандарҙа юғары янғын хәүефлеге һаҡлана.
Белгестәр эҫенән мөмкин тиклем һаҡланырға тәҡдим итә. Бындай көндә асыҡ төҫтәге еңел кейем йөрөтөргә, баш кейемен онотмаҫҡа, күберәк һыу эсергә кәрәк.