-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
3 Август 2021, 11:51

Ҡазаға әүерелгән ял

Төркиәнең Анталья ҡалаһында Рәсәй туристары менән автобус авария осраған.  Үҙәк мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә  4 кеше һәләк булған, 5 кеше йәрәхәтләнгән. Дауаханаға эләккәндәрҙең икәүһе ауыр хәлдә.

Автобуста барған 22 туристың барыһы ла Һамарҙыҡы. Улар Төркиәлә ял итеп, ҡайтыу яғына, аэропортҡа китеп барған. Пассажирҙар араһында  9-ҙы бала.

Әле дауаханала ҡазаға юлыҡҡан туристарға  рус телле гидтар ярҙамға ебәрелгән. Шулай уҡ Рәсәйҙең Төркиәләге консуллығы вәкилдәре лә ваҡиға урынында.

Туристарҙың сәләмәтлеге Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының даими иғтибарында тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.

Һәләк булыусыларҙың  икәүһенең  исем- шәрифтәре  асыҡланған.

Фото Бәйләнештә селтәренән алынды.

Автор: Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас