+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Августа 2021, 04:05

Алты миҙал өҫтәлде

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының унынсы көнөнә (2 августҡа ҡарата) Рәсәй 50 миҙал менән – шуларҙың 12-һе алтын – йыйылма  командалар араһында 5-се урында ҡалды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Алты миҙал өҫтәлдеАлты миҙал өҫтәлде
Алты миҙал өҫтәлде

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының унынсы көнөнә (2 августҡа ҡарата) Рәсәй 50 миҙал менән – шуларҙың 12-һе алтын – йыйылма  командалар араһында 5-се урында ҡалды.

Кисә Рәсәй спортсылары 6  миҙал яуланы. Улар тик көмөш (2) һәм бронза (4).

Сергей Каменский, винтовканан 50 метрҙан атып, гимнаст Денис Аблязин таянып һикереүҙә көмөш миҙал яуланы.

Бронза миҙалдарын Дарья Шмелева һәм Анастасия Войнова (велотректа команда спринты), гимнаст Ангелина Мельникова (ирекле күнекмәләр), көрәшселәр Сергей Емелин (60 килограмға тиклемге ауырлыҡта грек-рим көрәше), Сергей Семенов (130 килограмға тиклемге ауырлыҡта грек-рим көрәше) үҙ иҫәбенә яҙҙы.

Миҙалдар һаны буйынса алда Ҡытай бара – йәмғеһе 62 миҙал, шуларҙың 29-ы – алтын. Артабан АҠШ (64 миҙал, 22-һе алтын), Япония (33 миҙал, 17-һе алтын) һәм Австралия (33 миҙал, 14-е алтын) командалары килә.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас