+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Август 2021, 14:29

Ял һәм һауыҡтырыу учреждениеларында тикшереү

Республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса, балаларҙың йәйге лагерҙарын  Рәсәй ҡалланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте һәм мәғариф министрлығы белгестәре тикшерә. Профилактик рейдтар 45 учреждениела бара. Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо хаҡта сығыш яһаны.

Министр, үҙенең докладында билдәләүенсә, әлеге мәлдә ял һәм һауыҡтырыу учреждениеларындағы хәл тотороҡланған. Ҡайһы бер лагерҙарҙа антисептик етешмәгән, тикшереү барышында бөтә етешһеҙлектәр ҙә хәл ителгән.

- Йәйге учреждениелар карантинға ябылмай, сменалар йәй аҙағына тиклем үҙ эшен дауам итәсәк, - тине ведомство етәксеһе.

Билдәле булыуынса, күптән түгел республиканың 10 лагерында ял итеүселәрҙә, хеҙмәткәрҙә  коронавирус инфекцияһы асыҡланды. Бер лагерҙа бөтөнләй етди хәл теркәлде. Унда 45 кешелә  сир табылды.

Башҡортостан Башлығы был учреждениелаларҙың етәкселәрен вайымһыҙлыҡтары өсөн эштән бушатыуҙарын талап итте. Профилактика рейды ла  республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса үткәрелә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: