+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Август 2021, 11:49

Уҡыу йылына әҙерләнә торған ай

Йәйҙең һуңғы  август айы  башланды. Яңы уҡыу йылына әҙерлек өсөн был осор ҙа күп түгел. Быйыл республикала 60 мең 239 бала тәү тапҡыр  мәктәп партаһы артына ултырасаҡ. Ошо турала  Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә  статистика мәғлүмәттәре менән бүлеште.

Уҡыу йылына әҙерләнә торған ай
Уҡыу йылына әҙерләнә торған ай

Йәйҙең һуңғы  август айы  башланды. Яңы уҡыу йылына әҙерлек өсөн был осор ҙа күп түгел. Быйыл республикала 60 мең 239 бала тәү тапҡыр  мәктәп партаһы артына ултырасаҡ. Ошо турала  Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә  статистика мәғлүмәттәре менән бүлеште.

Әле республика мәктәптәрендә  498 мең 441 бала белем ала. Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, йылы көндәрҙә белем усаҡтарын тәртипкә килтереү тәү торған бурыстарҙың береһе.

-2021 йылда беҙ мәктәптәрҙең ремонтына комплекслы ҡарарға булдыҡ һәм 27 белем усағын капиталь төҙөкләндерҙек. Ҡайһы бер биналарҙың башы ҡайтанан ябылды, тәҙрәләр алыштырылды, түшәм һәм стеналар йылытылды. Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай, Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы, Учалы районының Ахун, Бөрйән районының Иҫке Муса һәм башҡа төбәктәрҙә балалар яңыртылған мәктәп тупһаһын атлап үтәсәк. Киләһе йылда ла ошо эштәрҙе дауам итергә ниәтләйбеҙ. Коронавирус ҡамасауламауы ғына мөһим.

2020 йылдың 1 сентябренән, башланғыс класс уҡыусылары бушлай туҡланыу ала башланы. Был федераль бюджет иҫәбенә булғанлыҡтан, билдәле бер талаптар бар. Ашханаларҙың барыһы ла бындай көсөргәнешкә әҙер түгел ине. Шуға күрә беҙ 280 туҡланыу урындарында ремонт үткәрҙек. Был иһә Ағиҙел, Межгорье, Салауат ҡалалары, Өфөнөң 24-се, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 104-се һанлы мәктәптәр һәм башҡа учреждениелар.

Ауылдарҙа иһә 48 спорт залдарына ремонт үткәреп яңы ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ. Улар Әбйәлил, Әлшәй, Көйөргәҙе, Өфө райондарында урынлашҡан. Был мәктәптәрҙә спорттың төрлө йүнәлештәре буйынса  клубтар эшләй.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: