Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2 авгусҡа ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 48 769 иҫәпләнә. Шуларҙың 44 919-ы һауыҡҡан, 120-һе аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан сыҡҡан. Уҙған 24 сәғәттә 260 ауырыуҙа ковид вирусы асыҡланған.
Стационарҙарҙа 698 сырхау дауалана, араларында иң күбе – 416-һы – 60-ты үткән кешеләр. 54 ауырыуҙың хәле ауыр, икәүһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала, ти табиптар. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 364, уларҙың 962-һе – 60-ты уҙғандар.
Афәт ҡорбандары республикабыҙҙа тәүлек эсендә туғыҙға артып, 788 булып китте. Вафат булыусыларҙың 633-ө – 60 йәштән өлкәнерәктәр.
Дауахананан тыш пневмония тураһында һүҙ алып барһаҡ, кисәле-бөгөнлө был сир 126 ауырыуҙа табылған, унан сәләмәтләнеүселәр ҙә шул уҡ һанда – 126.
Республикабыҙға ковидҡа ҡаршы барлығы 1 065 338 доза вакцина килгән. Уның беренсе компонентын 940 535 кеше яһатҡан, икенсеһен – 688 582.