+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Август 2021, 09:20

Олимпия уйындарында Рәсәй бишенсе урынға ҡалды

Токиола барған Йәйге Олимпия уйындарының туғыҙынсы көнөнә (1 августҡа ҡарата) Рәсәй 44 миҙал менән – шуларҙың 12-һе алтын – йыйылма  командалар араһында 5-се урынға төштө.

Кисә 25 миҙал комплекты уйнатылды. Рәсәй спортсылары иҫәбендә 7  миҙал: 1 алтын, 4 көмөш, 2 бронза.

Теннисистар Анастасия Павлюченкова һәм Андрей Рублев парлы уйында алтын миҙал яуланы.

Көмөш миҙал  теннисист Карен Хачанов, гимнаст Анастасия Ильянкова,  тенниста парлы уйында Анастасия Павлюченкова һәм Аслан Карацев, һәм рапирала алышта Рәсәй йыйылма командаһы (Тимур Сафин, Антон Бородачев, Кирилл Бородачев, Владислав Мыльников) иҫәбендә.

Билдәле булыуынса, Тимур Сафин – Башҡортостандан. Шулай итеп, Токиолағы Олимпиада уйындарында икенсе спортсыбыҙ миҙал яуланы. Был уңайҙан Тимур Сафинды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Бронза миҙалдарына боксерҙар Имам Хатаев һәм Андрей Замковой эйә булды.

Миҙалдар һаны буйынса алда Ҡытай бара – йәмғеһе 51 миҙал, шуларҙың 24-е – алтын. Артабан АҠШ (59 миҙал, 20-һе алтын) һәм Япония (31 миҙал, 17-һе алтын) командалары килә.

Рәсәй командаһын Австралия спортсылары ҡыуып үтеп китте. Уларҙың йәмғеһе 31 миҙалы (14-е алтын) бар.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: