+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
2 Август 2021, 12:15

Миҙал менән ҡайта спортсылар

Уҙған ял көндәрендә Өфө аэропортында рапирала фехтование буйынса Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллинаны ҡаршы алдылар. Ҡыҙҙы республиканың спорт министрлығы етәкселәре, тренерҙар, спортсының яҡындары һәм дуҫтары, көйәрмәндәр тәбрикләне.

Алдан хәбәр итеүебҙесә,  Токиолағы Олимпиадала 29 июлдә башҡорт спорты тәрбиәләнеүсеһе Аделинаина Заһиҙуллина илдең йыйылма ҡатын-ҡыҙҙар командаһы сафында еңеү яуланы. Улар француз командаһына ҡаршы көрәште. Өфө спортсыһы өсөн был әлегә тәүге Олимпия алтыны.

28 йәшлек Аделина Заһиҙуллина Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, рапирала фехтование буйынса донъя һәм Европаның ике тапҡыр чемпионы, Рәсәй Кубогы чемпионаттары призеры һәм еңеүсеһе. Аделина спорттағы профессиональ карьераһын 2012 йылда башлаған. Ул 2015 йылдан Рәсәй йыйылма командаһының төп составына ингән.  Спортсы  Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Егор Поповта күнекмәләр үтә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: