+4 °С
Болотло
Үткән тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан һигеҙ кеше вафат булған. 258 кеше ауырыу йоҡторған.
Пандемия башланғандан алып республикала ковидтан барлығы 779 кеше мәрхүм булды, сир үткәреүселәр һаны 48,5 меңгә етте.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, стационарҙарҙа 685 пациент дауалана. Уларҙың 400-ҙән ашыуы - 60 йәштән өлкәндәр. 55 кеше ауыр хәлдә, дүртәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинаның тәүге компонентын 939,6 мең кеше эшләткән, ә икәүһен дә - 685,7 мең кеше.