+7 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
2 Августа 2021, 04:50

Балаларға түләү бөгөн башлана

Бөгөн, 2 августа, ата-әсәләр мәктәп йәшендәге балаларға ҡаралған 10 мең һум аҡсаны ала башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларға түләү бөгөн башланаБалаларға түләү бөгөн башлана
Балаларға түләү бөгөн башлана

Бөгөн, 2 августа, ата-әсәләр мәктәп йәшендәге балаларға ҡаралған 10 мең һум аҡсаны ала башлай.

Башта был түләү 16 августан ҡаралғайны. Президент Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, балаларҙы мәктәпкә алдан әҙерләү зарурлығын иҫәпкә алып, ул алғараҡ күсерелде.

Бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һум аҡса 1 сентябргә тиклем 6  йәше тулған һәм 18 йәшен 3 июлдән һуң билдәләгән балаларға һәм үҫмерҙәргә тәғәйен. Уға шулай уҡ мәктәп программаһы буйынса уҡыуын дауам иткән 18 – 23 йәшлек инвалидтар ҙа дәғүә итә ала.

Башҡортосанда был түләүҙе 650 меңдән ашыу уҡыусы бала һәм йәш кеше аласаҡ.  

фото интернес селтәрҙәренән. 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас