+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
30 Июль 2021, 10:10

Самогонсылар өйҙө шартлата яҙған

Салауатта бөгөн төндә күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың береһендә көслө шартлау яңғырай.

Самогонсылар өйҙө шартлата яҙған
Самогонсылар өйҙө шартлата яҙған

Салауатта бөгөн төндә күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың береһендә көслө шартлау яңғырай.

Һөҙөмтәлә тәҙрә быялалары селпәрәмә килә, бүлмәләр ишектәре ҡыйрала, стенаның штукатуркаһы ҡойола. Баҡһаң, фатирҙа самогон аппараты шартлаған. 37 йәшлек ир менән ҡатын дауаханаға эләккән. Ирҙең тәне – 80 процентҡа, ҡатындыҡы  40 процентҡа бешкән, хәлдәре ауыр, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенән.

Йорттан 30 кеше эвакуацияланған, шул иҫәптән – 8 бала. Беренсе подъездан 16 кеше, емерелеү ҡурҡынысы янағанға күрә, үҙ фатирына кире ҡайта алмаған.   

Әле Салауат ҡала хакимиәте белгестәре, йәшәргә яраҡлы булыу-булмауын асыҡлау маҡсатында, йортта тикшереү үткәрә.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: